Презентация на тему: "Презентация по родной литературе на тему «Бөйөк Ватан һуғышы һәм Мостай Кәрим» (8 класс)"
- Категория: Презентации / Другие презентации
- Просмотров: 151
Презентация "Презентация по родной литературе на тему «Бөйөк Ватан һуғышы һәм Мостай Кәрим» (8 класс)" онлайн бесплатно или скачать на сайте электронных школьных учебников/презентаций school-textbook.com
Бөйөк Ватан һуғышы һәм Мостай Кәрим
8-се класта дәрес –семинар
кластан тыш уҡыу дәресе
Әҙерләне: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлиева Миңзәлә Әнүәр ҡыҙы
Баймаҡ 1-се һанлы муниципаль урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Дәрестең маҡсаты:
М. Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы яу
юлы, һалдат тормошо һәм ижады менән таныштырыу;
илһөйәрлек, батырлыҡ тойғолары тәрбиәләү;
телмәр үҫтереү.
Йыһазландырыу:
Карта, М. Кәримдең һуғыш тураһында яҙылған әҫәрҙәре
буйынса һәм концлагерҙы күрһәткән һүрәттәр, портреттар,
карточкалар, «М. Кәрим» видеофильмы, экран, компьютер.
Эпиграф:
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
М.Кәрим.
1941 йылдың 21 июнендә , шәмбе көндө М.Кәрим Әмир Чаныш менән Дим буйына балыҡҡа китә. Бында улар һуғыштың башланыуы тураһында ауылдашы, тәнҡитсе Афзал Ҡудашевтан ишетәләр. Өфөгә ҡайтҡас иртәгәһенә «Үс алынһын» шиғырын яҙа, дошманға нәфрәтен белдерә. Был шиғыры “Башҡортостан” газетаһында баҫылып сыға. М. Кәрим военкоматҡа барып,фронтҡа алыуҙарын һорап ғариза яҙа.
Фронтҡа китер алдынан шағир “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” тигән шиғырҙы ижад итә. Ул шағирҙың ил алдындағы поэтик анты булып яңғырай.
М.Кәрим военкоматҡа бара, уны һәм тағы өс кешене Муром ҡалаһындағы элемтә училищеһына ебәрәләр. Бында 2 предметты – морзе әлифбаһын һәм радиотехниканы өйрәнәләр. Муромда алты айҙан ашыу уҡыйҙар.
1942 йылдың февралендә Муромда уҡып бөткәс, М. Кәрим Брянск фронтына эләгә. Бында ул элемтә взводы командиры вазифаһын башҡара.
Ауыр һалдат яҙмышы 1942 йылдың авгусында Мценск тигән бер ҡала янындағы һуғыштарҙың береһендә сафтан сығара, ул ауыр яралана. Дошман снарядының утлы ярсығы уның күкрәгенә тейә, комсомол билетын тишеп үтә.
М. Кәримдең хәтирәләре.
“... Мине шартлау бәреп йыҡты. Саҡ күҙемде астым. Эргәмдә йүгереп барған лейтенант Фомин ситтәрәк ауған. Минең күкрәгемә мина ярсығы тейгән икән. Бер аҙ иҫәнгерәп ятҡас, һушыма килдем. Көс-хәл менән Фомин эргәһенә шыуыштым. Ул өнһөҙ. Тәнендә яра ла, ҡан да күренмәй. Мин ҡанға сәсәй башланым. Ярсыҡ йөрәктән саҡ ҡына түбәнерәк үпкәне тишкән. Быныһын һуңыраҡ врачтар әйтте...”
Владимир Фомин М. Кәримдең иптәше була. Рус егете етем үҫә, балалар йортонда тәрбиәләнә. Бер нисә ай улар бергә бер землянкала йәшәйҙәр, бер котелоктан ашап йөрөйҙәр. Ул да элемтәсе була. 25 август көнө бер үк снарядтың ярсығы Фоминға ла тейә һәм ул һәләк була.
Медсанбатҡа алып килгәс, шағирҙың күкрәгендәге тимер киҫәген ярып алалар. Операция бөткәс, уны усына һалалар. 2-3 көн үткәс, ауыр яралыларҙы Пловск ҡалаһы эргәһендәге урман араһында урынлашҡан ялан госпиталенә күсерәләр.
Яугир ҡыуыш артындағы ҙур имәнгә арҡаһын терәп ултыра ла яҙа башлай: “Минең яҙғанды уҡығас...”
Был юлар ниндәй поэманан?
М. Кәримде Тула ҡалаһындағы госпиталгә күсерәләр. Зәңгәр күҙле йәш кенә санитарка уға ашарға килтерә. Был санитарка Силәбе яғынан, Уралды һағына, үҙҙәренең күршеләрендә башҡорт ауылы булыуын һөйләй. Ошо ҡыҙға арнап шағир “Ул ҡыҙ мине ташлап китмәне” тигән һәм “Ерҙәге йондоҙҙар” тигән шиғырҙарын ижад итә.
М. Кәрим алты айҙан ашыу госпиталдәрҙә дауалана. Йәрәхәте төҙәлгәс, уны Мәскәүҙән Воронеж фронтына ебәрәләр. Бында ул тәүҙә “За честь Родины” тигән рус газетаһы редакцияһында эшләй, һуңғараҡ “Совет һуғышсыһы” исемле газетаға махсус хәбәрсе итеп ебәрелә.
1943 йылдың көҙөндә Украинаны азат итеү өсөн һуғыштың иң ауыр фронтында ҡатнаша.
Екатериновка ауылы.
Катерина исемле ҡыҙҙы
фашистар Германияға
ҡыуып алып киткәндәр.
Ошонда ул “Ҡол ҡыҙ йыры”
шиғырын яҙа.
Германияға Катерина кеүек меңәрләгән балаларҙы, үҫмерҙәрҙе ҡыуғандар, алып киткәндәр. Ҡайһылары әсәләре менән бергә, ҡайһылары үҙҙәре генә эләккән. Балалар йорто балаларын бөтә коллективы менән ебәргәндәр. Балалар концлагерға ла килеп эләккәндәр. 14 йәшлек үҫмерҙәрҙе бында өлкәндәр менән бер рәттән эшләткәндәр.
һуғыш ваҡытында булған ниндәй концлагерҙарҙы беләһегеҙ? Был турала ниндәй кино ҡарағанығыҙ йәки китап уҡығанығыҙ бар?
Гитлер власҡа 1933 йылда килә һәм ошо йылда уҡ Дахау концлагеры төҙөлә башлай. Бында ул немец коммунистарын, антифашистарҙы – хөкүмәт дошмандарын яба. Ә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға инде 4000 кеше бикләнгән була.
1940 йылдан алып 1942 йылға тиклем Гитлер 9 эре концлагерь төҙөтә.
Улар: Освенцим, Люблин, Гузен, Нидергаген, Нойенгамме, Нацвейлер. Концлагерҙы үҙе баҫып алған территорияларҙа ла төҙөй. Мәҫәлән, Австрияла – Маутхаузен, Польшала – Освенцим. 1945 йылдың башында инде 900 концлагерь төҙөлә. Был лагерҙарҙа кешеләр өҫтөндә төрлө тәжрибәләр үткәрәләр.
“Лагерҙа бөтә нәмә тик бер маҡсатҡа - әсирлеккә эләккән совет кешеләрен ҡырып бөтөрөүгә буйһондоролған. Сәнскеле тимер сыбыҡтар менән уратып алынған ҡола яланда – илле меңдән артыҡ кеше.
М. Кәрим Өсөнсө Украина фронты ғәскәрҙәре менән Болгария ерҙәренә барып сыға. Ошо турала “ Малайҙар” хикәйәһендә бәйән итә.
Шағир шулай уҡ Венгрия, Австрия, Югославия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 9 майында журналистар Австриялағы Линц ҡалаһы янында осрашалар. Бында М. Кәрим дә була.Еңеү көнөн ул Австрияла ҡаршы ала.
Яуыз дошманды ҡәбергә тыҡҡансы совет халҡына йән аямай 4 йыл һуғышырға, 20 миллиондан ашыу кеше ғүмерен ҡорбан итергә тура килә.
Гитлерсылар беҙҙең илебеҙҙә 1710 ҡаланы, 70 меңдән ашыу ауылды яндырып, талап, ҡыйратып үтәләр. Совет ғәскәрҙәре үҙ илен генә түгел, ярты Европаны азат итә.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн М. Кәрим 1 һәм 2 дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән наградлана.
1945 йылдың майында ул “Европаға май килә”, “Еңеү” шиғырҙарын яҙа. Тыуған өйөнә шағир 1946 йыл йәй көнө ҡайтып етә.
М. Кәрим ниндәй ҡалаларҙа, илдәрҙә булған?
Ниндәй вазифалар башҡарған?
Һуғышта уның ниндәй сифаттарын астығыҙ?







































